Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Август 2019, 10:00
Ноябрҙә нисек ял итәбеҙ?
Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе бер юлы өс ял көнө көтә.
Илдең хеҙмәт кодексына ярашлы, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – эшләмәгән байрам көнө. 2018 йылда байрам йәкшәмбегә тура килә, шуға ял көнө дүшәмбегә, 5 ноябргә, күсерелә. Шулай итеп, рәсәйҙәр 3, 4 һәм 5 ноябрь ял итә.
«Йома, 2 ноябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, сөнки ул байрам алды көнө түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Рәсәй Хеҙмәт кодексының 10-сы статьяһына ярашлы. Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә эшләмәгән байрам көнө 4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнө – отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй».
Халыҡтар берҙәмлеге көнө тәүгә 2005 йылда билдәләнде. Байрам Рәсәй Хәрби даны көндәренә индерелгән һәм 1612 йылда халыҡ ополчениеһының поляк баҫҡынсыларын еңеүенә арналған.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"