Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
27 Августа 2019, 03:57
Владимир Путин асҡан Краснодар крайынан Ҡырымға күперҙә тимер юл һалына
Симферополдәге вокзал комплексында, шулай уҡ емерелә башлаған сәғәтле башняла реставрация Ҡырымға поездар йөрөшө башланғанға тиклем тамамланасаҡ.
Краснодар крайынан Ҡырымға күпер – Рәсәйҙә иң оҙон ҡорома. Уның оҙонлоғо 19 километр. Рәсәй Президенты Владимир Путин уның автомобилдәр йөрөй торған өлөшөн былтыр 15 майҙа асҡайны. Транспорт хәрәкәте ошо көндәрҙә асылды. Күперҙең тимер юллы өлөшөнән поездар йөрөшө быйыл декабрҙә башланасаҡ, тип күҙаллана.
“Бөтәһе лә сифатлы, күркәм итеп башҡарылған. Вокзал башняһы хәрәкәт асылыуға әҙер буласаҡ, тип ышанам”, – тине Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих.
Әйткәндәй, “Рәсәй 24” телеканалы Президент Владимир Путин менән тура бәйләнеш тураһында сюжет күрһәтәсәк. Унда Симферополдән 10 йәшлек малай Ҡырымдың баш ҡалаһындағы вокзал башняһын реставрациялауҙа ярҙам һорай. Ҡырым башлығы Сергей Аксенов мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтергә вәғәҙә биргәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"