Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Август 2019, 08:14

Солоҡ умартасылығы музейы

Башҡортостанда солоҡ умартасылығы музейын булдырырға ниәтләйҙәр. Уны 2021 йылда Өфөлә үтергә тейешле 47-се «Апимондия» халыҡ-ара конгресына әҙерләнеү барышында төҙөү күҙаллана.

«Башинформ» агентлығына республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, «Архтамға» эксперт-проект бюроһы музейҙың проектын әҙерләгән. Архитекторҙар музейҙы яҫы түбәле ҡырағай бал ҡорто солоғо итеп күҙ алдына килтерә.

Бинаның тышҡы яғын кәрәҙ рәүешендә эшләү күҙаллана. Туристар музей буйлап бормалы баҫҡыстан йөрөй.

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин да музейҙың архитектура йәһәтенән үҙенсәлекле булыуын билдәләй.

«Кеше бал ҡорто кеүек бәләкәйләнә һәм солоҡ эсендә йөрөгәндә әлеге көндә Башҡортостанда ғына һаҡланып ҡалған умартасылыҡтың боронғо төрө менән таныша. Проектты, һис шикһеҙ, тормошҡа ашырырға кәрәк», — тип иҫәпләй ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе.

Музейҙың проектында бер нисә экспозиция ҡаралған. Беренсе экспозиция — «Бал ҡорттары. Бал» — «кәрәҙ» декоратив элементы рәүешендә күрһәтелә һәм бал ҡортон, бал ҡорто күсен, уның составын биологик һүрәтләүгә арнала. Видеоэкранда бал ҡорто күсенең нисек эшләүен күрергә, башҡорт бал ҡортоноң үҙенсәлектәре, Башҡортостанда умартасылыҡ тарихы тураһында белергә мөмкин. Шулай уҡ балдың шифалы үҙенсәлектәре, химик составы, балдың төрҙәре хаҡында ентекле мәғлүмәт бирелә.

Икенсе экспозиция — «Умартасылыҡ кәрәк-ярағы». Төбәк умартасылары ҡулланған барлыҡ хеҙмәт ҡоралдары (шул иҫәптән солоҡ ағасы, түмәр, умарталар һәм уларҙың варианттары) күрһәтелә. Шунда уҡ башҡорттарҙың — солоҡ хужаларының тамғалары менән стенд урынлаштырыла.

Өҫкө майҙансыҡта «Балдың шифалы үҙенсәлектәре» тигән экспозиция була. Авторҙар төрлө умартасылыҡ продукттарының файҙалы үҙенсәлектәре тураһында видеоролик төшөрә. Бормалы баҫҡыстан менгәндә бал биргән үҫемлектәрҙе өйрәнергә һәм хатта уларҙың еҫен һиҙергә мөмкин.

Музейҙы Бөрйән бал ҡорто йәшәгән ерҙә — Шүлгәнташ мәмерйәһе, Аҡбулат ауылы янында төҙөүҙәре ихтимал.

«Күп кенә илдәрҙең үҙ брендтары бар. Францияла шараптың баш ҡалаһы — Бордо. Француздар уны үҫтереү өсөн 8 ҡатлы шарап музейы төҙөгән. Испанияла Леон эргәһендә шоколад фабрикаһы бар. Беҙҙә бар донъяға билдәле башҡорт балы», — ти Данир Ғәйнуллин. Уның фекеренсә, музейҙың урыны — Өфөлә.

2021 йылда Башҡортостан 47-се «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын ҡабул итә. Республикаға 80 илдән 10 мең самаһы ҡатнашыусы килер тип көтөлә. Быға тиклем Рәсәй Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын бер тапҡыр ғына ҡабул итте — 1971 йылда форум Мәскәүҙә уҙҙы.

Башинформ.
Читайте нас в