Йыл һайын 1 октябргә тиклем льготалар алыусыларға, киләһе йылда социаль хеҙмәттәрҙе аҡсалата йәки тауарлата алырға теләүе тураһында асыҡлыҡ индереү мотлаҡ. Бығаса алынып килгән льготаларҙың төрөн үҙгәртеүһеҙ ҡалдырырға теләһәгеҙ, ғариза яҙып тороу кәрәкмәй. Әгәр ҙә киләһе йылдың 1 ғинуарынан льготалар алыуҙа үҙгәрештәр көтөлһә, Пенсия фонды идаралығына ғариза бирергә кәрәк. Ғаризалар льготасы үҙенең һайлауын үҙгәрткәнгә тиклем көсөндә ҡала. Пенсия фондының
www.pfrf.ru cайтында «Граждандарҙың шәхси кабинеты»на инеп, ғаризаны клиенттар хеҙмәтенә бармайынса ла, интернет селтәре аша бирергә була.