Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2019, 12:33

Беҙҙең полиция беҙҙе һаҡлаймы? Әллә ришүәт кенә йыйып йөрөймө?

Ике полицейский ойошторған енәйәтсе төркөм унлап кешенән торған һәм 2016 йылдың июленән 2017 йылдың октябренә тиклем 64000 мигрантты ялған иҫәпкә ҡуйған һәм ошо арала 44 миллион һум ришүәт алған. Төркөм артабан да уңышлы эшләр, аҡса һуғыр ине, полицейскийҙарҙың береһе...

Беҙ, үкенескә ҡаршы, Эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген дәүләттең түгел, йәмғиәттең бер сағылышы сифатында ҡарарға һәм баһаларға өйрәнгәнбеҙ. Йәнәһе, реформалар һәм үҙгәртеп ҡороуҙар йәмғиәттең әҙәп, тәртип, бурыс һымаҡ тәбиғи ҡиммәттәрен юҡҡа сығарҙы, өҫкә, башҡаларҙан күреп, байығыу, мал туплау һымаҡ күренештәр ҡалҡып сыҡты. Беҙҙеңсә, йәмғиәткә һылтау һис тә дөрөҫ түгел. Һәр полицейский үҙенә лә, йәмғиәткә лә түгел, дәүләткә хеҙмәт итә, Конституцияға ярашлы, уның граждандарының именлеген һаҡлай.

Бәлки, беҙ хаталанабыҙҙыр. Сөнки Мәскәүҙең Троицкий һәм Яңы Мәскәү административ округтарына ҡараған миграция органдарының хеҙмәткәрҙәре эште шундай киң ҡороп ебәргән, дәүләт, йәмғиәт мәнфәғәттәре бөтөнләй онотолған, тәүге урында нәфсе торған.

Ике полицейский ойошторған енәйәтсе төркөм унлап кешенән торған һәм 2016 йылдың июленән 2017 йылдың октябренә тиклем 64000 мигрантты ялған иҫәпкә ҡуйған һәм ошо арала 44 миллион һум ришүәт алған. Төркөм артабан да уңышлы эшләр, аҡса һуғыр ине, полицейскийҙарҙың береһе миллиондарын ҙур күләмдә наркотиктар һатып алыуға, заманса әйтһәк, инвестициялаған һәм тотолған. Тәфтишселәр тикшерә балағас, мигранттарҙы ялған теркәү осраҡтары фаш ителгән.

Ғәҙел суд төркөмдөң һәр ағзаһына баһа бирер, тигән өмөт бар.

'Ағиҙел' журналынан.
Читайте нас: