Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Сентябрь 2019, 23:31

Һөйөнсө!

Башҡортостан өсөн йәнә бер ҡыуаныслы яңылыҡ бар. Индонезияла ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар буйынса советы берҙәм тауыш менән “Янғантау” геопаркын Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә индерҙе.

2017 йылда булдырылған “Янғантау” геопаркы Салауат районында урынлашҡан. Ул геологик, биологик, тарихи һәм мәҙәни мираҫ комплексы объекттарын тәшкил итә. Биләмәһендә халыҡ-ара әһәмиәттәге геология объекттары урынлашҡан. Улар – Мәсетле ҡырҡылышы, Оло Лука, Лаҡлы һәм Янғантау тауы. Ҡатламдары ун миллион йыл дауамында формалашҡан Мәсетле ҡырҡылышы Ерҙә тормош барлыҡҡа килеүҙең иртә пермь этабын өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Янғантау тауының гидротермаль феномены менән бәйле бальнеология ресурстары ла бөтә донъяға билдәле.

Күҙәтеүселәр сифатында Совет ултырышында Рәсәйҙән “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев һәм геопарктың ғилми етәксеһе Лариса Белан ҡатнашты. Уларҙың фекеренсә, “Янғантау” геопаркын ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары иҫәбенә индереү Башҡортостандың, Салауат районының үҫешенә өҫтәмә этәргес, биләмәнең бай геологик, мәҙәни-тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыу, халыҡ-ара туризмды үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк.

“Республика геопаркы статусын алғандан һуң туристар ағымы ике тапҡыр артҡайны. Бынан тыш, беҙ геопаркты унлаған илгә күрһәттек, беҙгә хәҙер донъя кимәлендәге ғалимдар һәм белгестәр килә башланы. Социаль селтәрҙәребеҙ ике телдә көндәлек әүҙем эш алып бара, – тине Альфред Аҡбашев. – Әле беҙ геопаркты үҫтереү стратегияһын әҙерләнек, ул юлдар төҙөү һәм ремонтлау, музейҙар асыу, кәрәкле инфраструктураны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Биш йыл эсендә туристар һанын өс тапҡырға арттырырға планлаштырабыҙ”.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров геопаркты булдырыуҙа ҡатнашҡан һәм уны халыҡ-ара кимәлгә сығарыуҙа өлөшө булған һәр кемде ошо ваҡиға менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, әле республикала тағы бер геопарк булдырыу йәһәтенән эш бара. Һүҙ “Торатау” тураһында.

Әйткәндәй, 3-6 сентябрҙә Индонезияла үтәсәк алтынсы Азия-Тымыҡ океан геопарктар селтәре симпозиумында “Янғантау” геопаркының исем туйы буласаҡ.
Читайте нас в