Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2019, 13:58

Яңылыҡ: мәктәптәрҙә шахмат фәне индереләсәк

Быйыл уҡыу йылы башынан башланғыс кластарҙа шахмат фәне уҡытыла торған мәктәптәр һаны артасаҡ.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 1800 мәктәптә шахмат дәресе уҡытыла. Был барлыҡ мәктәптәрҙең 48%-ты тигән һүҙ. Айырым региондарҙа эксперимент рәүешендә керетелгән был фән яҡшы һөҙөмтәләргә килтергән, шуға күрә, шахмат фәне уҡытыла торған мәктәптәр һаны артасаҡ. Уҡытыу программалары, дәреслектәр инде әҙерләнгән, бары тик тәжрибәле педагогтар ғына табаһы ҡалған. Депутат Ольга Васильева фекеренсә, был балаларға файҙалы ғына буласаҡ. Был тәжрибә ҡулланылған сит ил һәм Рәсәй мәктәптәрендә балаларҙың уҡыу процессында өлгөрөш күрһәткесе 35-40% -ҡа юғары. Был интеллектуаль уйын балаларҙың фекерләү дәрәжәһен үҫтерә.

matbugat.ru.
Читайте нас: