Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 15:42

Бында хәҙер тик тырышып уҡырға

Район мәктәптәрендә тәүге ҡыңғырау яңғырап, балалар парта артына ултырҙы. Ремонттан һуң яңы төҫ алған Булат Имашев исемендәге Аҙнай төп белем биреү мәктәбе лә йәнә үҙ ишектәрен асып, Белем көнөндә уҡыусыларҙы ҡаршы алды.

Ап--аҡ банттар, алъяпҡыстар таҡҡан, аллы-гөллө сәскәләр тотҡан ҡыҙҙар һәм килешле костюм кейгән малайҙар, уларҙың шатлығын уртаҡлашырға теләгән ата-әсәләр һәм саҡырылған ҡунаҡтар белем усағына юл тотто. Иртән иртүк Аҙнай төп белем биреү мәктәбендә бығаса булмаған күләмдә халыҡ йыйылып, байрам уҙасаҡ майҙан төрлө йәштәге кешеләр менән тулы ине.

Һәр саҡтағыса тантаналы линейканы асып, Дим дөйөм урта белем биреү мәктәбенең директоры Илшат Мәжит улы Миһранов уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Күркәм бинала бығаса башланғыс мәктәп уҡыусылары ғына белем алһа, быйыл Дим урта мәктәбенең юғары класс уҡыусылары ла өҫтәлде. Егерме йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Раушания Тихонова ла эшен бында дауам итәсәк. Раушания Салауат ҡыҙы уҡыусыларында туған телгә һөйөү тәрбиәләй, матур һәм дөрөҫ итеп һөйләргә, фекерен еткерергә әйҙәй, башҡорт рухын һаҡлап ҡалыуҙа ең һыҙғанып эшләй. Тынғыһыҙ мөғәлимә һәр саҡ эҙләнеү, яңы үрҙәр яулау юлында.

Быйыл "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булған педагог ете йыл инде уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директорҙың урынбаҫары булып тора. Һәләтһеҙ балалар булмай, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын, ынтылыштарын үҙ мәлендә күреп үҫтерә белергә генә кәрәк, тип иҫәпләй тәжрибәле уҡытыусы. Шуға ла үҙенең уҡытыу-тәрбиә эшендә заманса технологиялар менән бер рәттән халыҡ педагогикаһына ла ҙур иғтибар бирә ул.

Был көн барыбыҙ өсөн дә уртаҡ байрам, сөнки һәр кемдең иҫендә тормошто танып белеү шатлығы, хыялдар менән тулы мәктәп йылдары һаҡлана. Йөҙҙәрендә йылмайыу балҡып, шау-гөр килеп мәктәп ишеген асып ингән һәр уҡыусы ғилемле, бөтә яҡлап үҫешкән шәхес булып үҫһен ине.

Ләйлә Ғүмәрова.
Читайте нас: