Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 09:41

Бындай мәктәп илдә һанаулы ғына!

Дим районының Яркий биҫтәһендә өр-яңы 162-се смарт-мәктәп үҙ ишектәрен асты.

Уҡыу йортон асыу тантанаһында Рәсәй Президентының Иҙел буйы федераль округындағы Тулы вәкәләтле вәкиле Игорь Комаров, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һәм башҡалар ҡатнашты.

22 мең кавадрат метрҙан ашыу майҙанды биләп тороусы полилингваль күп профилле мәктәп 1 мең уҡыусыға иҫәпләнгән. Белем усағында заманса йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, күп функциялы 11 спорт залы, барлыҡ талаптарға яуап биреүсе ашхана, стоматология һәм медицина кабинеттары бар. Бында уҡытыу рус, башҡорт, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыласаҡ.

— Яңы ҡалҡып сыҡҡан йорттар араһында барлыҡ талаптарға тура килгән заманса мәктәптең төҙөлөүе — тотороҡло үҫештә булған Башҡортостандың символы. Был — илдә булған смарт-мәктәптең иң сағыу миҫалы. Президент Владимир Путин тарафынан киләсәк быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә. “Мәғариф” дөйөм дәүләт проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында илдә күләмле эштәр башҡарыла. Әлеге мәктәп — ил башлығы ҡуйған бурысты теүәл үтәүҙең асыҡ миҫалы,— тине Игорь Комаров.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;

#ВладимирПутин
Читайте нас: