Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 09:53

Ельцин һәм Горбачевтың балалары ҡайҙа йәшәй?

Ҡасандыр илдәге иң юғары вазифа биләгән кешеләрҙең балалары бөгөн нисек йәшәй икән? Моғайын, хөрт түгелдер...


Горбачевтың берҙән-бер ҡыҙы Ирина Вирганская 10 йылдан ашыу Баварияла йәшәй һәм Германиялағы Горбачев фонды эшен көйләй. Өлкән ейәнсәре Ксения ла шунда, ул – коллекциялы шараптар магазины хужаһы. Ксенияның ҡыҙы Саша быйыл беренсе класҡа Германия мәктәбенә барған.

Горбачевтың кесе ейәнсәре Анастасия Вирганская шулай уҡ Европаны өҫтөн күргән. Ул ире менән Берлинда көн итә.

Михаил Сергеевичтың балалары Рәсәйгә бик һирәк, олаталарын күрер өсөн генә ҡайтып китә.

Ә Борис Ельциндың балалары ни хәлдә икән? Уның ике ҡыҙынан алты ейәне бар. Өлкән ҡыҙы Еленаның балалары тураһында әллә ни мәғлүмәт юҡ. Уның ике ҡыҙы ла кейәүгә сыҡҡан һәм Мәскәүҙә йәшәй.

Кесе ҡыҙы Татьянаның Борис исемле улы АҠШ-та уҡыған, тик диплом алыуға өлгәшмәгән. Ул Рәсәйҙә бизнес менән ҡыҙыҡһына башлай, шәхси балалар баҡсаһы, ресторандар селтәре төҙөй икән. Социаль селтәрҙәрҙәге постарына ҡарағанда, ваҡытының күп өлөшөн сит илдәрҙә үткәрә.

Татьянаның икенсе улы Глеб йөҙөү менән шөғөлләнә һәм тренер булып эшләй, тик ниндәй илдә йәшәүе билдәле түгел.

Ә бына иң бәләкәйҙәре Мария яңыраҡ Австрияла элиталы мәктәпте тамамлаған. Ҡыҙ бик бай тормош алып бара һәм тәкәббер холоҡло, тиҙәр. Ул ҡиммәтле курорттарҙа ял итә, брендлы кейемдәр генә кейә. Ҡыҙ үҙен “бриллианттар донъяһында” йәшәйем ти һәм ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндәргә: “Һин бер кем дә түгел!” тип кенә ауыҙын яптыра икән.
Читайте нас: