Дим буйҙары
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 09:47

Крематорий ҡайҙа буласаҡ?

Башҡортостанда крематорий төҙөү хаҡында күптән һүҙ алып барыла. Әммә һәр ваҡыт халыҡ быға ҡырҡа ҡаршы сыға.

2012 йылда баш ҡаланың көньяҡ-көнсығыш яғында төҙөләсәк тигән һүҙ булды, 2015 йылда яңы урын - Курасково ҡасабаһы билдәләнде, 2017 йылда Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә төҙөргә тип, документтар әҙерләй башланылар. Әммә әлегәсә уларҙың береһе лә тормош ашырылманы. Ә Өфө зыяраттарында яңы ҡәберҙәр өсөн урын етмәй.

28 август көнө Иглин районы Урман ҡасабаһының клубында халыҡ тағы шул мәсьәлә буйынса гөж килде. Урындағы халыҡ ауыл биләмәһе янында крематорий барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында бәхәс ҡорҙо. Йыйылышта район хакимиәте башлығы Николай Самойленко ла ҡатнашты.

– Әле ниндәйҙер төҙөлөш тураһында һүҙ алып барырға иртәрәк, иң тәүҙә инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн ерҙе әҙерләргә кәрәк. Ә ауыл хужалығы ерҙәрен сәнәғәт биләмәләренә күсереү өсөн ике-өс йыл талап ителәсәк, – тип аңлаттты ул.

Бер үк фекереә килә алмай таралышты ауылдаштар. Берәүҙәр буш ятҡан ерҙәрҙе башҡа маҡсатҡа файҙаланырға (шифахана төҙөргә) тәҡдим итте, икенселәр ауылдан 1,5 км алыҫлыҡтағы ерҙәрҙе сәнәғәт биләмәләренә күсереүҙән әллә ни зыян булмаясаҡ тигән фекергә килде. Өсөнсөләр иһә өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Нисек кенә булмаһын, әммә нимәлер хәл итергә кәрәклеген һәр кем яҡшы аңлай ине. Уныһы 8 сентябрҙән һуң асыҡланасаҡ.
Читайте нас в