Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 09:15

Вики-өләсәйҙәр йәштәрҙе уҙҙыра!

14-18 август көндәрендә Стокгольмда Викимания конференцияһында Викимедиа фондының башҡарма директоры Катрин Маэр тәржемәселәр роле тураһында һүҙ сыҡҡас, башҡорт инәйҙәрен, беҙҙең вики-өләсәйҙәребеҙҙе айырым маҡтап киткән.

Әйткәндәй, журналист Зәйтүнә Ниғәмәтйәнованың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәһендә тора ул видеояҙма.

“Миңә иң оҡшағаны – ул башҡорт инәйҙәре. Улар Рәсәйҙең Башҡортостан тигән төбәгенән, күбеһенсә ауыл ерендә йәшәгән өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар. Шулай итеп, башҡорттар баҫтырған тәржемә буйынса тәүге егерме иҫәбенә инәләр, әйҙәгеҙ, инәйҙәрҙе алҡышлайыҡ!” – ти Катрин Маэр үҙ сығышында.

Билдәле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡова ла, шатлығын уртаҡлашып, былай тине:

– Яҡшы эшебеҙҙе күрә белгәнгә рәхмәт! Вики-өләсәйҙәрҙең иң "стажлы" ирекмәне булараҡ (һигеҙ йыл була инде яҙышҡаныма), шуны ла өҫтәр инем – тәржемә итеп кенә ҡалмайбыҙ, үҙ мәҡәләләребеҙҙе лә яҙабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ханымдар “Бәйләнештә”селтәрендәге минең берләшмәм аша йәлеп ителде, дәүләт тарафынан бер ниндәй ярҙам да, тәҡдим дә алманыҡ, үҙ теләгебеҙ менән тотондоҡ был эшкә.
Читайте нас: