Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2019, 12:12

Этең зыян һалһа – төрмәгә ултырыуың да бар

Рәсәйҙә агрессив эт хужалары язаға тарттырырға тәҡдим иттеләр

Әгәр эт кешегә зыян һалған икән, хужаға ярты йылға ҡәҙәр иреген сикләргә һәм 200 мең һумға штраф һалырға кәрәктартырга кирәк, ти «Коллектив яҡлау» иҗтимағи ойошмаһы башлығы Марат Аманлиев Аманлиев. Зыян күреүсе уртаса ауырлыҡтағы зыян алһа, эт хужаһына штраф 400 меңгә ҡәҙәр арта, ә бер йылға тиклем иректән мәхрүм ителә йәки 250 сәғәт мәҗбүри эш менән алмаштырыла.

Әгәр ҙә эт кеше һаулығына ауыр зыян килтерһә, өс йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм итеү ҡаралған: әгәр хайуан һөжүм иткән ваҡытта кеше үлә ҡалһа, эт хужаһына биш йыл төрмә янай, ә ҡорбандар икенән дә артһа – ете йылға ҡәҙәр буласаҡ, тип хәбәр ителә матбуғат баҫмаларында.

vatantat.ru
Читайте нас: