Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2019, 19:47

Вк, Фейсбук һәм Инстаграмда лайктар булмаясаҡ

Тиҙҙән социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыусыларҙың яңылыҡтар таҫмаһында лайктар һаны күренмәйәсәк. Сөнки компаниялар, әлегә эксперимент рәүешендә, "өҫкә күтәрелгән баш бармаҡ" һәм “йөрәк”тәрҙе иҫәпләүсе счетчиктарҙан баш тартты.

Тиҙҙән социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыусыларҙың яңылыҡтар таҫмаһында лайктар һаны күренмәйәсәк. Сөнки компаниялар, әлегә эксперимент рәүешендә, "өҫкә күтәрелгән баш бармаҡ" һәм “йөрәк”тәрҙе иҫәпләүсе счетчиктарҙан баш тара.

Лайктарҙы юҡҡа сығарыу кешеләрҙе ирекле итәсәк, сөнки күптәр яҙылыусыларҙың иғтибарына бәйле, тип иҫәпләй компания етәкселеге. Яңы үҙгәреш социаль селтәрҙә үҙ фекереңде ҡыйыуыраҡ белдерергә, был пост лайк йыйманы, тип ҡайғырмаҫҡа, психологик яҡтан көсөргәнеш кисермәҫкә ярҙам итәсәк, ти эксперттар. Ҡайһы берәүҙәр, етерлек “йөрәк” йыймаясаҡ тип, үҙҙәренең тормошондағы хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашырға ҡыймай, баҡтиһәң. Ә бына блогерҙар араһында ҡарау һәм комментарийҙар өсөн ярыш башланасаҡ, сөнки улар өсөн иң мөһиме – күберәк лайк йыйыу.

Фейсбукта “Миңә оҡшай” төймәһе 2009 йылда барлыҡҡа килде. Шуныһы ҡыҙыҡ, Марк Цукерберг иң тәүҙә быға ҡаршы була.

Әлегә ВК-ла тест режимында ҙур булмаған төркөм һынау үтә. Уларҙың постары аҫтындағы ғәҙәти йөрәк урынына “Оҡшай” тигән төймә тора.

Инстаграм 20 ноябрҙән популярлыҡты арттырыу өсөн төрлө ҡушымталар ярҙамында күбәйтелгән лайк һәм комментарийҙарҙы юя башлаясаҡ.
Читайте нас: