Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентябрь 2019, 10:32

Халыҡты яңы төр штрафтар көтә

Республика Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Административ тәртип боҙоуҙар тураһында кодексҡа үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән сыҡты.

Уның төп маҡсаты – халыҡты йәмәғәт урындарында, йорттар һәм төҙөлөш объекттары янында сүп-сар ташлау ғәҙәтенән арындырыу, йыйыштырыу һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡамасаулыҡ тыуҙырмауҙы яйға һалыу.

Үҙгәрештәр ҡабул ителһә, ярамаған урында сүп-сар ташлаған өсөн ябай кешеләргә – 500-ҙән бер мең һумға тиклем, вазифа биләүселәргә – 4–7 мең мең һум, юридик шәхестәргә 20–25 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.

Шулай уҡ операторҙар менән килешеү төҙөмәү, сүп-сар йыйған махсус техниканың эшмәкәрлегенә ҡамасаулау (мәҫәлән, тейеш булмаған урында автомобилеңде ҡалдырып китеү) кеүек ғәмәлдәр өсөн дә штраф түләргә тура киләсәк.

Бөгөн ҡайһы бер кешеләрҙең йөҙ метрҙағы контейнерға барып етергә йыбанып, сүп-сар һалынған ҡапсығын ҡайҙа етте шунда ташлап китеүенә йыш шаһит булырға тура килә. Бәлки, сит илдәге кеүек, ундайҙарға һум менән яза биреүҙең һөҙөмтәһе булыр?

Проект октябрҙә ҡараласаҡ.
Читайте нас: