Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентябрь 2019, 11:37

Төп приоритет — пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге

Автобус йөрөтөү темаһы бөгөн дә актуаль. Һәр беребеҙгә көндәлек тормошта эшкә, ҡунаҡҡа, уҡырға, дауаханаға барырға тура килә. Ә алыҫ араларҙа йөрөү өсөн, маршрут автобустары уңайлы.

Автобус паркының торошо, күрһәтелә торған хеҙмәттәрҙең сифаты тураһында «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы филиалы Бәләбәй автотранспорт предприятиеһының Бишбүләк колоннаһы механигы Минебай Хисаметдинов менән һөйләшәбеҙ.

- Минебай Миневәли улы, ошо көндәрҙә Бишбүләк колоннаһы автопаркы тағын бер, өсөнсө, яңы автобус менән тулыланды, тип ишеттем. — Бер ай элек беҙҙең автопаркка 17 урынлы «Форд Транзит» маркалы ике яңы автобус ҡайтты, улар көн һайын Бишбүләк —Өфө маршруты буйынса пассажирҙар ташый. 20 августа беҙ ҡала-ара hәм ҡала яны маршруттарына хеҙмәт күрһәтеү өсөн тағын бер шундай уҡ яңы автобус алдыҡ. Ул Бишбүләк — Бәләбәй — Октябрьский маршрутына беркетелде. Был маршрут буйынса автобус йәкшәмбенән ҡала, көн һайын ике рейс башҡара: 8.15 hәм 11.30 сәғәттә. 25 августан өҫтәмә рейс йәкшәмбе көнөндә асылды, ул 11.30 сәғәттә ҡуҙғалып китә. Пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн автобус Михайловка hәм Туймазы ҡалаһына керә.

— Пассажирҙар ағымы сығымдарҙы аҡлаймы?

— Әлеге мәсьәләлә, әлбиттә, әлегә тотороҡлоҡ юҡ. Әйтәйек, Өфөгә иртәнге рейс менән 16 кеше бара, ә ҡабат ике- өс кеше генә әйләнеп ҡайта.

— Билеттарҙы кассала алырга мөмкинме?

— Автовокзал кассаһында Рәсәй буйынса теләһә ҡайһы йүнәлештәге «Башавтотранс» автобустарына билет һатып алырға мөмкин. Билеттарҙы алдан һатып алырға була. Интернетта билет һатып алып була. Машина йөрөтөүсе юлда пассажир ултырта икән, ул уға билетты үҙе һата. Һәр йөрөтөүсенең машина йөрөтөүсе картаһы, терминалы бар. Билетта дата, ваҡыт hәм билет хағы күрһәтелә. Юл өсөн ҡулаҡсаһыҙ ҙа түләп була.

— Йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн тағын бер мөhим фактор: автобусҡа билет һатып алған пассажир тормошон бәхетһеҙлек осраҡтарынан автомат рәүештә страховкалана.

— Пассажир йөрөтөүселәрҙең гражданлыҡ яуаплылығын мәжбүри страховкалау тураһындағы Федераль закон еңел таксиҙарҙан тыш, пассажир транспортының барлыҡ төрҙәренә лә ҡағыла. «Башавтотранс» ДУП пассажирҙар тормошона, һаулығына, мөлкәтенә зыян килтергән өсөн «СОГАЗ» йәмғиәте менән транспорт йөрөтөүсенең гражданлыҡ яуаплылығын мәжбүри страховкалау килешеүен төҙөнө. Йәмәғәт транспортында йөрөгәндә, страховка полисын һатып алырға кәрәкмәй, ул билет хаҡына индерелгән инде.

— Пассажирҙарға тағын ниндәй маршруттарға һорау ҙур?

- Бишбүләк — Каменка маршруты буйынса пассажирҙар ағымы hәр ваҡыт ҙур. Шәмбe көндә 9.30 сәғәттә Бишбүләк — Бәләбәй рейсына ихтыяж бар. Ул 12.00 сәғәттә ҡабат әйләнеп ҡайта, ә уның менән, ғәҙәттә, ял көндәрендә студенттар ҡайта.

— Һеҙҙең коллектив эшендә иң мөhиме нимә?

— Хеҙмәт күрһәтеү сифаты hәм хәүефһеҙлек, сөнки беҙ hәр пассажир өсөн яуаплы.

Ирина Фомина әңгәмәште.
Читайте нас: