Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентября 2019, 16:35
Колонияла "бизнес" сәскә атҡан
Өфөнөң холоҡ төҙәтеү колонияһы начальнигы үҙенең ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәре менән учреждениела "бизнес" ойошторған.
Колонияла төрлө эштәр һәм хеҙмәттәр өсөн хаҡ ҡуйылған прейскурант булдырылған. Мәҫәлән, 43 йәшлек начальник хөкөм ителеүсегә оҙайлы осрашыу ойоштороу, шартлы рәүештә алдан сығыу, төрлө шелтә-иҫкәрмәләрҙе алыу өсөн төрлө күләмдә ришүәт алған.
Бынан тыш, ул дуҫ-хеҙмәткәре менән хөкөм ителеүселәрҙән осрашыу бүлмәһе өсөн төрлө йыһаз һатып алырға тип аҡса йыйған. Ә йыһаз өсөн бюджеттан бүленгән аҡсаны үҙҙәренең кеҫәһенә “һаҡлауға” һалғандар. Тәфтишселәр күп кенә ришүәт алыу факттарын асыҡлаған, ике "эшҡыуар" йәмғеһе 310 мең һум күләмендә аҡса "һуҡҡан", ә 190 меңен улар ҡулаҡса рәүешендә алған.
Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен танымаған, улар ҡулға алынған. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"