Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентябрь 2019, 18:34

"Тыуған еремә, халҡыма файҙалы, кәрәкле булырға тырыштым"

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Фейбук”тағы сәхифәһен яңы яҙма менән тулыландырҙы.

Бөгөн 6 сентябрь. Минең республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүемә 330 көн үтте. Ошо уҙған һәр көндә һәм сәғәттә мин эшләнем. Һәм тыуған еремә, Башҡортостандың 4 миллион 51 мең халҡына файҙалы, кәрәкле булырға тырыштым. Нимәлер килеп сыҡты. Ниҙер – юҡ. Берәү ҙә миңә тырышманы тип үпкәләй алмаҫ. Ныҡыш, үҙ эштәрендә эҙмә-эҙлекле булманы тип әйтмәҫ.

Йәкшәмбе миллионлаған яҡташыбыҙ һайлау участкаларына киләсәк. Һәм, әлбиттә, миңә ышаныс белдереүегеҙҙе, тыуған республикамда хеҙмәт итергә мөмкинлек биреүегеҙҙе һорайым. Башҡортостанда йәшәүебеҙ һәм эшләүебеҙ менән ғорурланырлыҡ булһын өсөн эшләргә юл асһағыҙ ине”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Читайте нас: