Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, ғаилә, балалыҡ һәм киң мәғлүмәт саралары менән эш итеү буйынса комиссияһы рәйесе Гөлназ Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, Өфө ҡалаһының 170-се һәм 171-се һайлау участкаларында һайлаусыларҙың һорауы буйынса башҡорт һәм татар телдәрендә бюллетендәр бирелә.
«266-сы участкала ла был үтенестәр ҡәнәғәтләндерелә, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Сергей Ширинкин. — Һайлау тыныс хәл-торошта бара».
Һайлаусыларға «Өфө һайлай» тип яҙылған ҡағыҙ беләҙектәр тапшырыла, уның менән төрлө хеҙмәттәргә һәм тауарҙарға ташламалар алырға, «Башавтотранс» автобустарында һәм электр транспортында бушлай йөрөргә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина 85-се һәм 86-сы участкаларҙы тикшерҙе:
«Һайлау бер сәғәткә алдараҡ башланһа ла, һайлаусылар әүҙем килә. Участкаларҙа өс-алты йәмәғәт күҙәтеүсеһе бар. Шулай уҡ Йәмәғәт күҙәтеүселәре тотош республикала эшләй», — тип билдәләне Йәмәғәт палатаһы башлығы.