Дим буйҙары
+14 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентября 2019, 12:00
Башҡортостанда көндөҙгө 12-гә һайлаусыларҙың 25,07% тауыш бирҙе
Башҡортостанда көндөҙгө 12-гә республика башлығын һайлауҙа халыҡтың 25,07% тауыш бирҙе.
Был хаҡта брифингта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.
Былтыр Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа был ваҡытҡа һайлаусыларҙың — 17,3%, ә 2014 йылда Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 24,2% тауыш биргәйне, тип билдәләне ул. Балтас, Борай, Миәкә райондарында халыҡ әүҙем ҡатнаша.
«Бөгөн тупаҫ хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ, бөтә мәсьәләләр урында хәл ителә, бөгөн республикала 37 меңдән ашыу һайлаусы тәүге тапҡыр тауыш бирә», — тине Марина Долматова.
Сәғәт 12-гә Өфөлә һайлаусыларҙың 18,09% килде, ҡалалар буйынса уртаса — 18,46%, республика райондары буйынса — 30,99%. Һайлаусылар исемлектәренә бөтәһе 3 миллион 44 мең 232 һайлаусы индерелде, сәғәт 12-гә уларҙың 763 меңе үҙенең һайлау хоҡуғынан файҙаланды.
http://www.bashinform.ru/news/1350840-v-bashkirii-na-12-chasov-progolosovalo-25-07-izbirateley/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"