Өфөлә 51, 20 процент кеше һайлаған, райондарҙың уртаса күрһәткесе - 62,92, башҡа ҡалаларҙыҡы 49,24 процент.
"Ҡыҙыу линия" эшләүен хәбәр иткәйнек инде.
Бөгөн иһә 250 мөрәжәғәт килгән.
Ә дөйөм алғанда, "ҡыҙыу линия" эшләй башлағандан, 14 июндән алып, 1502 шылтыратыу булған. Темалары, әлбиттә, төрлөсә. Һәр береһе өйрәнелгән йә аңлатылған.
Әйткәндәй, Марат Ғәҙелов менән осрашыу ваҡытында урындарҙан "тура видеобәйләнеш" тә булды. Нефтекаманан һәм Бөрйән районынан территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре тауыш биреү барышы менән таныштырҙы.
Бөрйәндән Салауат Уразаев әйтеүенсә, халыҡ бик әүҙем. Киске 6-ға 12 меңдән ашыу һайлаусының 8 меңдән артығырағы килгән. Был район буйынса 75 процент тәшкил итә.
Марат Ғәҙелов һүҙҙәренсә, Тәтешле, Миәкә, Салауат райондарында халыҡ бик әүҙем. Сибай, Күмертау ҡалалары ла бирешмәй.
Тауыш биреү көнө тамамланырға ваҡыт аҙ ҡалды.