Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 12:37

РӘСӘЙ ҮҘӘК ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫНЫҢ «ҠЫҘЫУ ЭЛЕМТӘ»ҺЕ ТӘҮЛЕК ӘЙЛӘНӘҺЕНӘ ЭШЛӘЙ

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәге 2019 йылдың 9 сентябренә киске сәғәт 6-ға тиклем – тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәгенә хәбәрҙәр бушлай күп каналлы 8-800-222-11-83 телефон номерына ҡабул ителә.


Мәғлүмәт-белешмә үҙәгендә һайлаусылар һәм һайлау процесының башҡа ҡатнашыусылары торған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза биреү тәртибе хаҡында белешмә алырға (тейешле һайлау округы сиктәрендә), шул иҫәптән бер мандатлы һайлау округтары буйынса Дәүләт Думаһы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының юғары вазифалы кешеләрен һайлауҙа; төбәктән ситтә – Мәскәүҙә һанлы һайлау участкаларында тауыш биреү өсөн; тейешле һайлау комиссиялары тураһында мәғлүмәт (адрестар һәм телефон һандары) һорарға; уҙғарылған һайлау кампаниялары хаҡында белешмә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына яҙма мөрәжәғәт тәртибенә аңлатма алырға мөмкин.
Читайте нас в