Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 16:00

Радий Хәбиров: Бөгөн — Башҡортостан өсөн яуаплы көн

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының 109-сы һайлау округына хәләл ефете менән килде.

Улар өҫтәлдәрҙең береһендә һайлау бюллетендәрен алды һәм тауыш биреү өсөн кабинаға инеп китте, һуңынан бюллетендәрен йәшниккә төшөрҙө.


«Бөгөн — Башҡортостан өсөн яуаплы көн, беҙ һайлау кампанияһын ойоштороу буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ. Республика башлығын һайлауҙан тыш, бөгөн халыҡ 7 меңдән ашыу урындағы совет депутатын һайлай. Беҙ һайлау кампанияһын асыҡ, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы үткәреү бурысын ҡуйғайныҡ, минеңсә, беҙ шуға өлгәштек. Тауыш биреү һөҙөмтәләрен бөгөн төндә үк белербеҙ», — тине Радий Хәбиров, «Башинформ» агентлығы һорауына яуап биреп.


Республика етәксеһе тауыш биреү һөҙөмтәләрен көткән саҡта үҙенең тулҡынлануын белдерҙе.


«Ҡасандыр мин халыҡтың фекере менән шаярырға ярамай һәм быға бик яуаплы ҡарарға кәрәк тип әйткәйнем. Беҙ анализ йыя башланыҡ, халыҡ байтаҡ килә, уларҙың кәйефе һәйбәт һәм байрамса», — тине Радий Хәбиров.

Читайте нас: