Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2019, 01:33

Аҙнайҙар ҙа һайлауҙа әүҙем ҡатнашты

Ауыл халҡы, ғәҙәттә, иртә тороусан, һайлау етенән башлана, тигәс, бөгөн, йәғни һигеҙенсе сентябрҙә тағы ла иртәрәк торҙолар.

1375-се һайлау участкаһының рәйесе Фәнисә Камаева һүҙҙәренсә, ауыл халҡы тәүге сәғәттәрҙән үк һайлау участкаһына килә башлаған. Бында республика башлығынан тыш, ауыл биләмәһенә депутаттар ҙа һайланды.

Участка һайлау комиссияһында биш кеше эшләне. Бында барлығы 269 һайлаусы теркәлгән, шулар араһынан мәҙәниәт йортона иң беренсе булып килгән Байтимер Усманов тәүге бюллетенде урнаға төшөрҙө. Артабан килгән һайлаусылар ҙа теләгән кандидатына тауыш бирҙе. Сәғәт 12-гә тиклем халыҡтың 80 проценты килгәйне инде. Ә алты кеше өйҙәрендә тауыш бирҙе. Улар: 80 йәштән өлкәндәр, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр. Һайлау участкаһының комиссия ағзалары күсмә йәшник менән ошо категорияға ҡараған кешеләрҙең йорттары буйлап йөрөп сыҡты.

Һайлауҙа йәштәрҙең тауышы бик мөһим. Сөнки киләсәк йәштәр ҡулында. Бөгөн, төбәк яҙмышы өсөн хәл иткес көндә, һайлау участкаларына килеүсе йәштәр быны яҡшы аңлай. Йәштәрҙән Илшат Хафизов тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашты. 18 йәшлек егеткә, беренсе һайлаусы булараҡ, участка һайлау комиссияһынан иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Белеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау биш йылға бер тапҡыр үтә. Республиканың Рәсәй гражданины булған һәм 18 йәшен тултырған һәр кем һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Әйтергә кәрәк, күптәр гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәне.

Ләйлә Ғүмәрова,

автор фотоһы.
Читайте нас: