Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентября 2019, 04:14
Алты телдә һөйләшә
Өфөнән өс йәшлек Максим Мухин «Һоҡланғыс кешеләр» программаһы геройы булды. Малай үҙенең мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн әсәһе менән Мәскәүгә барып ҡайтты.
Өс йәше саҡ тулған бала рус, башҡорт, испан, инглиз, француз һәм ҡытай телдәрендә иркен һөйләшә.
Максимды сит ил туристары төркөмө ярҙамында тикшерҙеләр. Малай уларға динозаврҙар хаҡында һөйләне.
Полиглоттың әсәһе Рәйсә Яруллина һүҙҙәренсә, өйҙә улар рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә аралаша. Үҙе — белеме буйынса лингвист, шуға ла улын телдәрҙе өйрәнеүгә йәлеп иткән.
«Һоҡланғыс кешеләр» тапшырыуының жюри ағзалары кескәй яҡташыбыҙҙың һәләтен лайыҡлы баһаланы һәм уны шоуҙың киләһе этабына сығарҙы.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"