Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2019, 09:11

Руль артына ултырам, тиһәң...

Дәүләт автоинспекцияһы транспорт сараларына идара итеү таныҡлығы (права) биреү ҡағиҙәләрен үҙгәртә.

Был уңайҙан “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль законға өҫтәмәләр индерелә.

Мәҫәлән, мотоцикл йөрөтөү хоҡуғы биреүсе "А" категориялы праваны 20 йәш тулмайынса бирмәйәсәктәр.

Уға тиклем мопед һәм аҙ ҡеүәтле мотоциклға ултырыу өсөн "А1" һәм "А2" категориялары менән генә ҡәнәғәтләнергә тура киләсәк.

Еңел машиналарға килгәндә, 18 йәше тулмағандарға әле, имтихан биреп, барлыҡ һынауҙарҙы үтһәләр ҙә, руль артына ултырып юлға сығырға ярамай. Уға ҡағиҙәләр буйынса 17 йәшлектәр ҙә, яндарында тәжрибәле (5 йыл стажлы) водитель булғанда, юлға сыға аласаҡ. .

Шулай уҡ ауыр йөк машиналары, автобустар йөрөтөү категорияларын биргәндә лә үҙгәрештәр көтөлә.
Читайте нас: