Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Сентябрь 2019, 08:46

Балаларҙы яңыса ашата башлаясаҡтар

Башҡортостанда быйылғы уҡыу йылында мәктәптәрҙә балаларҙы яңыса ашата башлаясаҡтар. Нимә үҙгәрә һуң ?

Бына ҡайһы бер мәғлүмәттәр :

_Өфөлә “Балаларҙың һәм диектик туҡланыуҙың үҙәге” компанияһы барлыҡҡа килде. Ул мәктәптәрҙәге һәм балалар баҡсаһындағы туҡланыу өсөн яуап бирәсәк. Шуға күрә, бөтә мәғриф учреждениеларында берҙәм меню буласаҡ. Быға һауыт-һабалар ҙа, персоналдарҙың өҫ кейемдәре лә тап килергә тейеш.

—Аш-һыу әҙерләгән саҡта, тоҙҙан башҡа тәмләткестәр ҡулланылмаясаҡ. Балаларға ҡыҙҙырылған аҙыҡтар ҙа бирелмәйәсәк. Швед өҫтәлдәре лә мәктәптәрҙә булмай, сөнки балаға һайлау мөмкинлеге бирелһә, мәҫәлән, ул көн һайын макарон ашаясаҡ, ә ул һау аҙыҡ төрөнә инмәй.

—Көн һайын яңы аш-һыу буласаҡ. Мәктәптәрҙә ике көн рәттән әҙерләнгән ризыҡ бирелмәйәсәк уҡыусыларға кисә бешерелгән ҡалдыҡ аҙыҡтар бирелмәһен өсөн) Меню ике уҡыу аҙнаһы буйына төрләндерелеп торасаҡ.

—Балалар өйҙәренән ризыҡ алып килһәләр ҙә уны ашханаға барып ашарға тейеш буласаҡтар.

Былар бөтәһе күпме торасаҡ һуң ? Балаларҙың һәм диетик туҡланыуҙың үҙәгендә шундай хаҡтар билдәләнгән : 7 йәштән 11 йәшкә тиклемге балаларға иртәнге аш—55 һумдан, төшкө аш—60 һумдан да артмаҫҡа тейеш. Өлкән кластар өсөн иртәнге аш—60 һумдан, төшкө аш—70 һумдан да артмаҫҡа тейеш, ә төштән һуңғы аш—22 һум буласаҡ.

Туҡланыу өсөн нисек түләргә һуң? Ашау өсөн түләүҙе уҡыусының картаһы аша тулыландырырға, тағы ла “Һаҡлыҡ банк”ыһында, “Уралсиб”, “Рәсәй почтаһы” банкыларында мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ, Һаҡлыҡ банкыһында онлайн аша, мәктәптәрҙә урынлаштырыласаҡ терминалдар аша ла түләргә була. Карталар бушлай таратыла. Әгәр ҙә бала уны юғалтһа, яңынан эшләтеп алыу 50 һумға төшәсәк. Тағы ла браслеттар (200 һум ) һәм брелоктар (50 һум) бар. Улар ҙа уҡыусы картаһы кеүек эшләй. Туҡланыу өсөн картаны тулыландырырға онотҡан осраҡта, баланы 10 көн буйына минусҡа ашатыу мөмкин буласаҡ.

Башинформ.
Читайте нас: