Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Сентябрь 2019, 15:35

Башҡорт телендә смартфон

Башҡорт теле замандың һәр талаптарына яуап бирә. Өфөнән 19 йәшлек Кирилл Тюрганов башҡорт телендә аралашып, яҙышып булған смартфон эшләгән.

Уның был проекты тураһында халыҡҡа атаһы Анатолий еткергән. Смартфонда туған телдә аралашыу өсөн бөтә ҡушымталарҙы булдырыу өсөн йәш егеткә бер йылға яҡын ваҡыт кәрәк булған.

– Улым башта башҡорт телендә электрон һүҙлек төҙөнө. Хәҙер мәғлүмәт технологиялары беҙгә был эште атҡарырға ярҙам итә. Беҙҙә башҡорт мәҙәниәтен, телен үҫтереү, яңы киңлектәргә алып сығыу өсөн ихтыяж барлығын белдек. Смартфонды башҡорт телен белгәндәр генә түгел, ә өйрәнергә теләгәндәр ҙә ҡуллана ала. Аппаратта яңылыҡтар тыңларға һәм социаль селтәрҙәр менән ҡулланырға була.

Бер ҡараһаң, теләһә ниндәй смартфонда быны эшләргә була, әммә бының өсөн махсус каналдарҙы көйләргә, тулҡындарҙы табырға, ҡушылырға кәрәк. Улай уңайһыҙ.

Был идеяны тормошҡа ашырыр өсөн 15 меңгә яҡын аҡса кәрәк булған. Ул суммаға студент аппарат һатып алып, үҙаллы программаны "теккән". Әммә уны телефонға һәр кем үҙаллы ҡуя алмай. Бөгөн был проектты уйлап табыусылар инвесторҙар эҙләй. "Әгәр ундайҙар табылһа, беҙ тәүге партия башҡорт смартфондарын эшләп сығара алыр инек"- ти автор.

Ҡыҙыҡлы шулай бит? Ә бит ошо рәүешле башҡорт смартфондарына ихтыяж бармы- юҡмы икәнлеге лә күренәсәк. Тюргановтар бында ғына туҡтап ҡалырға уйламай. Улар Башҡортостан халҡы өсөн "Яҡташтар" селтәрен дә булдырырға теләй.

Нимәһе ҡыҙыҡ, был хәбәр хаҡында башта күрше өлкәләрҙә яҙып сыҡтылар.

Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас: