Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Сентябрь 2019, 15:31

Инвалидтарҙың хоҡуҡтары яҡланырмы?

Физик мөмкинлекnәре cикләнгән кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы законда, үҙгәрештәр көтөлә.

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы инвалидтарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға яуаплы ҡарамаған ойошмаларға штраф күләмен күтәрергә кәрәк, тигән тәҡдим менән сыҡты. Бөгөнгө көндә ғәмәлдәге законға үҙгәрештәр индереү буйынса эш башланған да инде. Әлеге закон буйынса барлыҡ дарыуханалар, даваханалар, шифаханалар, дәүләт ойошмалары, почта бүлексәләре һәм магазииндар ҙа инвалидтар еңел үтеп инерлек пандустар менән йыһазландырылырға тейеш.

Әммә уларҙың ҡайһы берҙәрендә әле булһа уңайлыҡтар булдырылмаған. Был талапты үтәмәгән өсөн вазифалы кешегә 1 меңдән алып 10 меңгә ҡәҙәр штраф һалына. Ойошмаларға 20 меңдән алып 100 меңгә ҡәҙәр штраф ҡаралған. Был уңайлы мөхитте булдырыу ҙур ғына сығымдар һорай, әлбиттә. Шуға ла, ҡайһы бер ойошма етәкселәре был талапты үтәүҙән ситләшеп килә. Сөнки күп керем алыусы ойошмаларҙы бөгөнгө көндә ҡаралған штраф күләме ҡурҡытмай. Законға үҙгәрештәр индерелһә, штраф күләме 2020 йылдың 1 июленән бер нисә тапҡырға арттырыласаҡ. Хеҙмәт министрлығы илдәге ойошмаларҙың ни бары 50 процентында ғына уңайлыҡтар тулыһынса эшләнгән, тип иҫәпләй. Алдағы йылда Рәсәй Хөкүмәте лә инвалидтарға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн 2 миллиард һум аҡса бүлергә күрһәтмә биргән.

"Өмөт" гәзитенән.
Читайте нас: