Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2019, 18:20
Башҡортостан 59-сы урында
«Йәшел патруль» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы уҙған йәй йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингын төҙөгән. Лидерҙар — Тамбов өлкәһе, Алтай крайыһәм Белгород өлкәһе.
Йәмәғәтселәр Башҡортостанды 59-сы урынға ҡуйған. Волга буйы федераль округының 14 субъекты араһында республика 11-се урында тора.
2019 йылдың яҙ йомғаҡтары буйынса рейтинг менән сағыштырғанда, Башҡортостан исемлектә бер баҫҡысҡа ғына күтәрелгән.
Аутсайдерҙар — Силәбе, Свердловск һәм Иркутск өлкәләре.
Рейтингта илдең 85 субъекты ла күрһәтелгән. Таҙа төбәктәр һауаның, һыуҙың, сығарылған ҡалдыҡтарҙың торошо, йәмәғәт ойошмаларының әүҙемлеге кеүек күрһәткестәрҙән сығып һайланған.
«Йәшел патруль» — эко-рейтингтар төҙөү, тәбиғәтте һаҡлау программаларын һәм сараларын әҙерләү менән шөғөлләнгән йәмәғәт ойошмаһы. Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингы миҙгел йомғаҡтары буйынса — өс ай һайын төҙөлә.
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"