Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2019, 18:26

Беҙҙең етәксебеҙ нисәнсе урында?

2019 йылдың август айы өсөн губернаторҙар медиарейтингында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дүртенсе урынды алды. «Медиалогия» ошондай мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

Рейтинг 52 меңдән ашыу сығанаҡты: телевидение-радионы, гәзит-журналдарҙы, мәғлүмәт агентлыҡтарын, интернеттағы киң мәғлүмәт сараларын үҙ эсенә алған «Медиалогия» системаһының киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән.

Август рейтингында беренсе урында — Мәскәү мэры Сергей Собянин. Киң мәғлүмәт саралары уны 26,9 мең тапҡырҙан ашыу телгә алған. Собяниндың медиаиндексы — 217 526,9.

Икенсе урында – Санкт-Петербург губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Беглов, өсөнсөлә – Силәбе өлкәһе етәксеһе Алексей Текслер.

Киң мәғлүмәт сараларында 9,6 мең тапҡырҙан күберәк телгә алынған Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, үҙенең позицияларын ике пунктҡа яҡшыртып, август рейтингында 71 896,6 медиаиндексы менән дүртенсе урынды яуланы.

Иң яҡшы бишәү исемлеген Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев япты.

Тәүге унау иҫәбендә шулай уҡ Рамзан Ҡадиров (Чечня), Рөстәм Миңлеханов (Татарстан), Сергей Аксенов (Ҡырым), Евгений Куйвашев (Свердловск өлкәһе) һәм Глеб Никитин (Түбәнге Новгород өлкәһе) бар.

Өҫтәүенә ағымдағы йылдың авгусында Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы рейтингында беренсе урынды алды.

Икенсе урында – Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов, өсөнсөлә – Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Глеб Никитин.
Читайте нас в