Дим буйҙары
+3 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентября 2019, 04:21
Республика көнө алдынан «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ойошторола
5 октябрҙә Башҡортостанда ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса «Йәшел Башҡортостан» акцияһы күҙаллана. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев хәбәр итте.
Быйыл апрель айында уҙған тәүге акцияла 109 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу ойошторолдо, унда 160 меңдән күберәк кеше ҡатнашты, Өфөлә генә 2,5 меңдән ашыу яңы үҫенте ултыртылды.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо сара тураһында халыҡҡа мәғлүмәт биреүҙең мөһимлеген билдәләне.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы ағас ултыртыуҙан тыш, мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеү маҡсатын ҡуя. Шуға күрә уның бурысын, шулай уҡ майҙансыҡтарҙың адрестарын халыҡҡа еткерергә кәрәк», – тине Радий Хәбиров.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"