Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2019, 15:56

Урман байлығын арттыралар

ман — табиғәттең иң ҡиммәтле хазинаһы, ул ҡайғыртыусан hәм ышаныслы ярҙамсыларға мохтаж. Сентябрҙең hәр өсөнсө йәкшәмбеһендә тормошларын шаҡтай тырыш hәм ҡатлаулы хеҙмәткә — урманды һаҡлауға бағышлаған кешеләр hөнәри байрамдарын билдәләп үтә.

. Беҙҙең районда «Бәләбәй урман хужалығы» идарараһына өс участок урмансылығы ҡарай: Михайловка, Бишбүләк, Демский. Районда урман биләмәләренең дөйөм майҙаны 25000 гектарҙан артыҡ. Урмансылар Виктор Яковлев, Урал Лотфуллин, Ринат Мирғәлиев, Ғазиз Сираев, Илгиз Әхмәтов, Александр Иванов, Рифҡәт Ямаев, Гөлүс Зарипов hәм Артур Уканеев урмандың шифалы матурлығын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйҙәр: йылдан-йыл урман байлыҡтарын һаҡлау, яҡлау hәм үрсетеү менән шөғөлләнәләр, урман культураларын ҡарайҙар, санитар hәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса саралар үткәрәләр. Уларҙың hәр ҡайһыһы урман, табиғәтте ярата, үҙ эшен белә, бурыстарын еренә еткереп башҡара. Хәҙер Бишбүләк участогы коллективы ОСП, ламинат етешштереү өсөн Өфөнөң «Кроношпан» заводына килтерелә торған өлкән hәм ҡартайған ағасты киҫеү менән мәшғүл.

Виктор Яковлев Ермолкин ауылында тыуып-үҫкән. Ул урман hәм унда йәшәүселәр тураһында барыһын да тиерлек белә. Виктор Николаевич инде 15 йыл Михайловка участок урмансылығында эшләй: 10 йыл — урмансы, быйылдан — урман мастеры.

— Урындағы колхозда механизатор булып эшләнем. Урмансы Ринат Мирғәлиев Михайловка урмансылығында эш тәҡдим итте, риза булдым. Шунан бирле бында эшләйем, — тип һөйләй Виктор Николаевич. — Көҙ һайын 10-12 гектар ер әҙерләйбеҙ, МТЗ тракторында һөрәбеҙ. Яҙын 80 меңгә яҡын үҫенте ултыртабыҙ. Эш ваҡытының күп өлөшөн, иртә яҙҙан алып көҙгә ҡәҙәр, Бишбүләк урмансылығы урмансылары урманда үткәрә, унда йәшәй тиерлек. Урмандарҙы һаҡлау hәм йәшәртеү — еңел эш түгел.

Урманда беренсе ҡарашҡа ғына тыныс кеүек, ә ысынында, унда эш ҡайнай. Һәр эште ваҡытында башҡарырға кәрәк бит. Ә урмансылыҡта яратҡан эше өсөн йән атыусы кешеләр эшләй икeн, уның өсөн тыныс булырға мөмкин.

Ирина Фомина, .

автор фотоһы.
Читайте нас: