Пенсия алды йәшендәге кешеләрҙең мөлкәт һалымы буйынса льгота алыу тәртибен Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте үҙенең 2019 йылдың 25 июлендәге БС-2-21/
[email protected] һанлы хатында аңлатҡан. Пенсияға сығырға 5 йыл һәм унан әҙерәк ваҡыт ҡалған граждандарҙың бындай хоҡуғы РФ Һалым кодексына төҙәтмәләр индергәндән һуң барлыҡҡа килде. Был төҙәтмәләр быйыл 1 ғинуарҙан көсөнә инде.