Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
13 Сентября 2019, 05:41
Стәрлетамаҡта - бәлеш байрамы
100 бәлеш менән һыйлаясаҡтар! Фестиваль 14 сентябрҙә “Салауат” кинотеатры алдындағы майҙанда сәғәт 12-нән көндөҙгө 3-кә тиклем үтә.
Байрамға килеүселәр өсөн тематик фотозона, оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, икмәк аҙыҡ-тары күргәҙмәһе ойошторола. Теләгән һәр кем икмәк барлыҡҡа килеүҙең бөтә этаптарында – иген һуғыуҙан башлап, икмәк бешеп еткәнсе – ҡатнаша ала һәм яңы бешкән аҙыҡты ашап ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Бында шулай уҡ “Әсәйемдең икмәге” һүрәттәр конкурсында ҡатнашыусы балаларҙы бү-ләкләйәсәктәр. Ҡала халҡы өсөн республикабыҙ халыҡтары мәҙәниәтен, тарихын, хеҙмәтен, традицион ғаилә ҡиммәттәрен данлаған ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ.
Килеүселәр төрлө халыҡ-тарҙың бойҙай, арыш, дөгө, кукуруз һәм башҡа культуралар-ҙан әҙерләнгән икмәк ризыҡта-рын, тәбиғи эсемлектәрҙе тәмләп ҡараясаҡ. Байрам һуңында сарала булғандарҙың барыһын да тәмле-татлы 100 бәлеш менән һыйлаясаҡтар.
Сараның генераль партнё-ры – “Стәрлетамаҡ икмәк ком-бинаты” акционерҙар йәмғиәте.
ashkadar.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән