– Беҙҙә тәбиғи кәмеү 2017 йылдан бирле күҙәтелә, ошо йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Рәсәйҙә халыҡ 164 мең кешегә кәмегән – был бер ҙур ҡала юҡҡа сыҡты тигән һүҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары Римма Үтәшева. – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2025 йылға Рәсәй 11 миллион кешеһен юғалтыуы ихтимал.
Эш төркөмө ағзалары һәм саҡырылған белгестәр алдында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Салауат Рәхмәтуллин, Рәсәй фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы директоры Рим Вәлиәхмәтов һәм башҡалар үҙ фекерҙәре һәм тәҡдимдәре менән сығыш яһаны.