Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2019, 09:21

Электрон хеҙмәт кенәгәләре индерелә

Дәүләт Думаһы электрон хеҙмәт кенәгәләрен индереүҙе хупланы.

2021 йылдан алып хеҙмәт юлын башлап тороусылар өсөн тик электрон хеҙмәт кенәгәләре генә асыласаҡ. Ҡалғандар әлеге ҡағыҙ вариантҡа ла тоғро ҡала аласаҡ. Бөгөн, 17 сентябрҙә, ошо турала закон проекты беренсегә уҡылды.

Электрон кенәгәлә башҡарылған эш, вазифа, икенсе эшкә күсеү, эштән китеү, хеҙмәт килешеүен өҙөү тураһында мәғлүмәттәр буласаҡ.

Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә һәм эксперттарҙың баһаһы буйынса, яҡынса 60 млн гражданға, 8,4 млн хужалыҡ субъектына ҡағыласаҡ. 2020 йылдың дауамында хеҙмәткәрҙәр электрон хеҙмәт кенәгәһенән баш тартып, ҡағыҙ документты һайлай ала. Бының өсөн ғариза яҙыу талап ителәсәк.

1 ғинуарға тиклем ғариза яҙмағандар 2021 йылда ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен ҡулына аласаҡ, сөнки эш биреүсе уны һаҡлау яуаплылығынан арына.

Ә яңы эш башлаусылар алдында һайлау булмаясаҡ - уларға мотлаҡ электрон хеҙмәт кенәгәһе генә асыласаҡ.

Электрон хеҙмәт кенәгәләренән ҡурҡырға ярамай, был бик уңайлы буласаҡ, ти хөкүмәттекеләр.

Хеҙмәткәрҙең эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт ай һайын Пенсия фондына бирелеп барасаҡ. Эшкә алынғанда йәки эштән киткәндә, был туралағы мәғлүмәтте икенсе көнөнә үк фондҡа биреү зарур.

Эшһеҙҙәрҙә ҡағыҙ документ ҡулдарында һаҡлана: улар эшкә урынлашҡанда ғариза яҙып, уны ҡалдырыуы йәки электрон вариантҡа күсеүе мөмкин.
Читайте нас: