Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2019, 09:37

“Матур” һандар күпме тора?

Донъяла еңел генә байығып та була икән. Ҡайһы берәүҙәр вазифаһы ышығында ҡулайлашырға, һөнәрен кәсепкә әүерелдерергә өйрәнеп алды. Быға йәнә бер миҫал.

Төбәк Тәфтиш комитеты ЮХХДИ инспекторына ҡарата бер юлы өс енәйәт эше асҡан. Уны вазифаһынан файҙаланып ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр. Юл-патруль хеҙмәте инспекторы автомобилдәр өсөн “матур” теркәү номерҙары һатып, кеҫәһенә мул ғына аҡса һалырға уйлаған. Тәүге дәүләт номерына – 100 мең һум, икенсеһенә 18 мең һум һораған. Өсөнсөһөн, ниңәлер, арзанға – бары дүрт меңгә баһалаған.

Әммә еңел аҡсалар ҡиммәткә төшкән – уға ҡарата енәйәт эше асылған. Өҫтәүенә инспектор эштән ҡыуылған. Тик ул һаман да ғәйебен танымаҫҡа тырыша. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Читайте нас: