Дим буйҙары
+1 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентября 2019, 04:38

Беҙҙең ауыл еңерме?

Tutu.ru сәйәхәттәр сервисы Рәсәйҙә иң ҡыҙыҡлы тораҡ пунктына конкурс үткәрә. Ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандан да ауыл бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Конкурстың өсөнсө этабы бара. Тауыш йыйыу юлы менән еңеүсе билдәләнәсәк. Әле финалға Забайкальский крайынан – Хохотуй, Белгород өлкәһенән – Мухоудеровка, Удмуртиянан Балдейка ауылдары сыҡҡан.

Бәләбәй районының Рус Швейцарияһы, 602 тауыш йыйып, бишенсе урында килә. Ауылға был исемде Наполеон һуғышынан ҡайтҡан һалдаттар Швейцария тәбиғәтенә оҡшатып биргән тигән фараз да йәшәй. Ә рәсми дәлилдәр буйынса, 1892 йылда эшҡыуар Иван Каньшин ҡымыҙ дауаханаһы асып, «Рус Швейцарияһы» тип исем атаған.
Читайте нас