Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2019, 16:36

Бишбүләктә «Башҡорт ихаталары»

Республика буйынса 2019 йылдан бирле «Тораҡ hәм ҡала мөхите» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Башҡорт ихаталары» муниципаль программаһы эшләй, ул күп фатирлы йорттарҙа граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары, ишек алды территорияларында уңайлы мөхит булдырыуҙы үҙ уңында тота.

Программаны үтәү өсөн муниципалитеттар яуап бирә. Программаны финанслау түбәндәгесә бара: аҡсаларҙың 94%-ты — республика бюджетынан, 5%-ты — муниципалитет бюджетынан, ә 1%-ты күп фатирлы йорт милекселәренең шәхси аҡсалары.

— Бишбүләктә Юбилей урамындағы беренсе йорттан алып 11-енә тиклем һәм Үҙәк урамдағы 63, 65, 65/1, 67, 69, 71, 73, 75, 77 адресы буйынса 19 күп фатирлы йортто төҙөкләндереү планлаштырыла. «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн республика hәм муниципаль бюджеттарҙан бирелгән сумма 6 млн. һум тәшкил итә, шуларҙың 1%-ты йәшәүселәр менән уртаҡ финанслауҙы талап итә. Йәғни программала ҡатнашыусы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең дөйөм финанслауы 66761,10 һум тәшкил итә, был — hәр кешенән 216 һум. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең ишек алдарын төҙөкләндереүҙә актив ҡатнашыуы уларҙың уңайлы йәшәүе өсөн кәрәк, - тип һөйләй Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡов. — «Башҡорт ишек алдары» программаһы сиктәрендә ишек алды биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү дауам итә, иҫке бордюр ҡоймаларын һүтеү hәм яңыһын урынлаштырыу эштәре башҡарылды, машиналар йөрөй торған ерҙе һәм уларҙы ҡуйыу урыны киңәйтелде. Юлдарға, парковка урындарына асфальт һалыу эштәре бара. Резин ҡатлам менән балалар hәм ял итеү спорт, майҙансыҡтары төҙөкләндерелә. Шулай уҡ кер элеү өсөн ҡоролмалар, эскәмйәләр, сүп һауыттары һәм башҡа йәмәғәт ҡулланышындағы объекттар ҙа урынлаштырыу ҡарала. Баҡсаларға ҡара тупраҡ ҡайтарыласаҡ. Шуны билдәләп үтке килә, ҡайһы бер кешеләр әлеге программаға пассив ҡарай. Күптәр иҫке хужаһыҙ ҡоролмаларҙы һүтеүгә ҡамасаулай. Әлбиттә, үҙҙәре йәшәгән биләмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнашыусы кешеләр ҙә бар. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең ишек алдарын төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашыуы заманса hәм уңайлы йәшәү өсөн кәрәклеген аңларға тейеш. Был — үҙ аҡсаларыңды аҙ сарыф итеп, үҙең йәшәгән тирә-йүнде уңайлы итеү мөмкинлеге бирә.

Айгөл Гәрәева,

Автор фотоһы.
Читайте нас: