— Район буйынса быйылғы урып-йыйыу эштәре тамамланып килә, — ти ауыл хужалығы идараһының баш агрономы Ирек Хәбибуллин. — Барлыҡ культураларҙың 85-ты% йыйып алынған. Бер үк ваҡытта ауыл хужалығы эшсәндәре кукуруз сәсеү майҙандарына аҙыраҡ иғтибар бирә башланы. Һәм был һөт күрһәткестәренә кире йоғонто яһаны. Был етешһеҙлек һуңғы йылдарҙа хәл ителә башланы, hәм культураларҙы тағын эре хужалыҡтар ғына тyгел, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла үҫтерә башланы. Бөгөн силос культураларын интенсив әҙерләү hәм уны силос ямдарына һалыу бара. 1200 гектар майҙанда культуралар сабылған, 10200 тонна силос әҙерләнгән. «Дим» йәмғиәтендә 40 гектардан ашыу майҙандан 400 тонна силос йыйып алынған, 60 гектар ерҙә «Урожай» йәмғиәтенән йыйып алдылар hәм 600 тонна силос һалдылар. Александр Милютин hәм Рим Ямалетдинов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында, «Марс» кооперативында hәм «Переработка» йәмғиәтендә силос һалыуҙы тамамланылар. Владимир Смолов.