Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь 2019, 17:21

Башҡортостан – фотоһүрәттәрҙә сағыла

Бөгөн Мәскәүҙә республика фоторәссамдарының “Башҡортостан – Евразия йөрәге” тип аталған күргәҙмәһе асылды. Сара Мәскәү ҡалаһындағы Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә үтә.

Фотокүргәҙмәне асыу тантанаһында Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков ҡатнашты.

“Башҡортостанда мин бер тапҡыр ғына булдым. Бөгөн был күргәҙмә аша республика тураһында күпкә күберәкте белдем. Шуны әйткем килә, туристарға ҡарайһы, һоҡланаһы нәмәләр бик күп. Шуға күрә был күргәҙмәне асыу мәскәүҙәргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына Башҡортостанға барыу, уның матур урындары менән танышыу мөмкинлеге бирәсәк”, – тине ул.

Экспозицияла башҡорт халҡының колоритын сағылдырған 30 эш ҡуйылған. Улар араһында бөйөк шәхестәребеҙ Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов, Мостай Кәримгә ҡуйылған һәйкәлдәр, Ағиҙел йылғаһы, Асылыкүл, Шүлгән-таш мәмерйәһе, Ғәҙелша шарлауығы, шихандар, Ирәмәл тауы, шифаханалар, Рус дәүләт академия драма театры, “Торатау” Конгресс-холы, Башҡорт дәүләт академия драма театры, “Ете ҡыҙ” фонтаны, етештереү предприятиелары биналары һәм башҡа күренештәр бар. Шулай уҡ тәбиғәт күренештәре, башҡорт аттары, умартасылыҡ, халыҡ кәсептәре урын алған, “Евразия йөрәге” фестиваленән сағыу фотолар ҡуйылған. Авторҙар араһында Рәмил Килмәмәтов, Рәмил Нафиҡов, Эдуард Дилмөхәмәтов, Анна Кудрявцева, Андрей Коротнев, Азат Мөхәмәтйәнов һәм башҡа билдәле фотографтар бар.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы республиканың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев менән “Республика халыҡ ижады үҙәге” генераль директоры Артур Әлибаков ҡаршыланы һәм Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәтенә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә, парк хакимиәтенә рәхмәттәрен еткерҙеләр.

Фотокүргәҙмәне күрергә теләһәгеҙ, 30 сентябргә тиклем Мәскәү ҡалаһының “Красная Пресня” мәҙәниәт һәм ял паркына рәхим итегеҙ!


Читайте нас: