Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь 2019, 14:04

Йәш килендәр һаны кәмегән

Рәсәйҙә йәштәрҙең ҡиммәттәре үҙгәрә бара. Был никах мәсьәләләренә лә ҡағыла. Ҡыҙҙар һәм егеттәр иң тәүҙә аяҡҡа баҫырға, унан ғына ғаилә ҡорорға кәрәк, тип иҫәпләй.

Һуңғы 30 йылда илдә йәш кәләштәрҙең һаны 30 тапҡырға кәмегән. Был хаҡта Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты лабораторияһы мөдире Елена Егорова белдергән.

1990 йылдан 18 йәшкә тиклем кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙың һаны 72 меңдән 4,6 меңгә тиклем кәмегән. Был йәштәрҙең ҡиммәттәре үҙгәреү һәм бәлиғ булмағандар менән енси мөнәсәбәткә ингән өсөн енәйәт яуаплылығы артыу менән бәйле.

Йәшләй өйләнергә лә атлығып тормайҙар хәҙер: 1990 йылда ундайҙарҙың һаны 13 мең самаһы булһа, 2018 йылда ни бары 454 кенә булған.

Егорова әйтеүенсә, йәштәр иҡтисади төшөнсәләрҙе социаль факторҙар менән бер юҫыҡта ҡарай, иң тәүҙә аяҡҡа баҫырға, унан ғына ғаилә өсөн яуаплылыҡ алырға кәрәк тип иҫәпләй. Шулай уҡ, йәш ғаилә айырым йәшәргә тейеш, тигән фекер ҙә популяр. Ә бының өсөн ваҡыт һәм аҡса кәрәк.

Был һүҙҙәр менән бәғзе белгестәр килешмәй. Улар, киреһенсә, бөгөнгө йәштәр ата-әсәһе тарафынан артыҡ иркәләнгән һәм улар ғаилә өсөн яуаплылыҡ алырға әҙер түгел, тип бара. Унан тыш, бәлиғ булмағандар менән енси мөнәсәбәткә ингән өсөн енәйәт эштәрен күпләп ҡуҙғатыу ҙа йәштәрҙе ҡурҡыта.

Бөгөн Рәсәйҙә никахҡа 18 йәштән инергә мөмкин. Бәғзе муниципалитеттар, киҫкен сәбәптәре булғанда, был сикте 16 йәшкә тиклем төшөрөүе ихтимал


Читайте нас: