Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Сентябрь 2019, 14:38

Беҙҙекеләрҙе танып бел!

Ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, бизнесҡа, туризмға арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм стратегик сессиялар ойошторолдо.

«Красная Пресня» мәҙәниәт һәм ял паркында «Башҡортостан – Евразия йөрәге» фотокүргәҙмәһе эшләй. Башҡортостандың Рәмил Килмәмәтов, Рәмил Нафиҡов, Эдуард Дилмөхәмәтов кеүек танылған фоторәссамдарҙың эштәренән 30 стенд күргәҙмәгә ҡуйылды. Эштәрҙе 30 сентябргә тиклем ҡарарға мөмкин.

Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Рөстәм Вилданов әйтеүенсә, юбилей көндәрен үткәреү барышында Өфөлә хаҡы 11 миллиард һумға баһаланған вуз-ара студенттар кампусын төҙөү мәсьәләһе буйынса Внешэкономбанк вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар уҙғарылды. Был студенттарҙың, йәш ғалимдарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыр һәм тағы ла күберәк сит ил студенттарын йәлеп итер өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк. Бөгөн беҙҙә 3 меңдән ашыу сит ил студенты белем ала, киләсәктә уларҙың 5 меңгә етеүе лә ихтимал.

Шулай уҡ «Зарядье» үҙәгендә Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы-2020 һәм Апимондия-2021-гә әҙерлек барышы ла ҡаралды. Теләгәндәр туҡыусылыҡ, тамбурлы сигеү, кейеҙ келәм, милли биҙәүестәр әҙерләү, өзләү, хореография, милли уйын ҡоралдарында уйнау, милли уҡтан атыу һәм фольклор буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йортонда«Бөтә донъя фольклориадаһы: стартҡа тиклем бер йыл» темаһына ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә лә етди фекер алышыуҙар булды. .

Баш ҡалала уҙғарылған Башҡортостан Республикаһы көндәре башҡорт милли мәҙәниәтен һаҡлауға һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Тантаналарҙа Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Улар араһында — Дилара Иҙрисова, Роберт Юлдашев, Башҡортостандың Милли музыка ҡоралдары оркестры, «Арғымаҡ», «Дәрүишхан» төркөмдәре, «Зәйнетдин» проекты.

Bash.News
Читайте нас: