«Былтыр сикһеҙлек символдары көнөндә Башҡортостан Республикаһында 765 ғаилә барлыҡҡа килгән. 2018 йылдың 18 авгусы шәмбегә — никахлашыу өсөн ғәҙәти көнгә тура килгән. 2019 йылдың һигеҙ айында республикала 16 353 никах теркәлгән», — тип белдерҙеләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Белгестәр һүҙҙәренсә, ҡайһы бер райондарҙың ЗАГС бүлексәләрендә быйыл никахтар һанының артыуы күҙәтелгән. Атап әйткәндә, Дыуан, Йылайыр, Ҡыйғы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Баймаҡ, Ишембай райондарында, Баймаҡ, Ишембай ҡалаларында. Сибайҙа үҫеш 3,4%-тан 52,1%-ҡа тиклем тәшкил иткән. Өфөнөң Дим, Ленин, Орджоникидзе райондарында, Октябрь районының Беренсе һәм Икенсе ЗАГС бүлексәләрендә йышыраҡ өйләнешә башлағандар (4,7%-тан 23,8%-ҡа тиклем).