Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Сентябрь 2019, 12:59

Хәмер һатыусыға ҙур күләмдә штраф һалынған

Йорт шарттарында спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡарата бза ҡатыланды. быны Мәләүездә йәшәүче ир үҙ елкәһендә татыған. җилкәсендә татыган.

43 йәшлек ир законһыҙ хәмер етештергән һәм һатҡан өсөн бер миллион һум күләмендә штрафҡа тарттырылған. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Ул гаражында этил спиртын, һыу һәм төрлө тәмләткес өҫтәмәләр ҡушып, ялған араҡы яһаған. Алынған суррогатҡа ул төрлө маркалағы этикеткалар йәбештереп, һатыуға әҙерләгән быяла шешәләргә тултырған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары уның гаражынан 6000 литрҙан ашыу спиртлы продукция, уны етештереү һәм тултырыу өсөн йыһаздар һәм 2000 меңдән артыҡ буш шешә алған.

Ир үҙ ғәйебен таныған. Мәләүез районы суды уға бер миллион һум штраф һалған. Контрафакт хәмер юҡ ителәсәк.
Читайте нас: