Был хаҡта “Ростелеком” компанияһы хәбәр итә. Система илдә виртуаль сим-карталарҙы (eSIM) индереүҙе тиҙләтәсәк, уларҙы операторҙың офисына бармай ғына алып буласаҡ. Әммә бының өсөн телефон камераһына фотоға төшөргә, микрофонға бер нисә һүҙ әйтергә кәрәк буласаҡ.
Әлеге ваҡытта системаның ҡануни нигеҙҙәре билдәләнә, eSIM-ды ҡулланыуҙың нормативтары камиллаштырыла. Октябрь башында ошо мәсьәлә буйынса сымһыҙ бәйләнеш операторҙары вәкилдәренең кәңәшмәһе үтәсәк. Унда ситтән тороп фотоһы һәм тауышы буйынса абоненттарҙы таныу мәсьәләһе лә ҡараласаҡ.