Ельциндың үҙенең пенсияһы 800 мең һумға яҡын булған. Шуға күрә тол ҡатыны ла мәрхүм иренең пенсияһын үҙенә күсертә ала ине, әммә Наина Иосифовна һаман булһа тейешле документтарын тапшырмаған. Уға дәүләт тәьминәте бының менән генә бөтмәй: президент ҡатынына шәхси һаҡсы беркетелгән, ул ғүмеренең аҙағына саҡлы дәүләт дачаһында бушлай йәшәй ала. Бынан тыш, кухаркаһы, баҡсасыһы, шәхси шоферы һәм дәүләт иҫәбенә тотолған автомобиле бар. Әле 90 йәшкә яҡынлаған ҡатындың хеҙмәт стажы 25 йыл тәшкил итә.