Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
24 Сентября 2019, 21:25
Рәсәйҙә иң популяр хәмер эсемлеге билдәле
Рәсәйҙә иң популяр хәмер эсемлеген асыҡлағандар. "Такском" компанияһының сентябрь айына булған мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иң күп һатып алынған спиртлы эсемлек - ул һыра.
Һатыу буйынса топ-5-кә шулай уҡ шарап, араҡы, коньяк һәм сидр ингән. Уҙған йылдың сентябрь айында иһә бишенсе урында шампан шарабы булған.
Алкоголһеҙ эсемлектәр араһында - һыу, һут, кеүәҫ, минераль һыу һәм энергетиктар айырыуса күп эселә. Эксперттар 15 миллиардтан ашыу касса чектарын анализлаған.
"Профилактика медицинаһының милли медицина тикшеренеү үҙәге" белгестәре иҫерткес эсемлектәрҙең һаулыҡ өсөн ҡурҡыныс тыуҙырыусы күләмен иҫәпләп сығарған: ир-егеттәр өсөн ул 900 миллилитр һыра — өс стандарт порция, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 200 миллилитр шарап йәки ике порция.
Үҙ сиратында, Сәләмәтлек һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш психиатр-наркологы Евгений Брюн белдереүенсә, алкогольдең хәүефһеҙ өлөшө юҡ, сөнки этанол ниндәй күләмдә лә - токсинлы матдә.
https://kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән