Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2019, 09:38

134 миллион һум бүленә

Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге Өфө урамдарында һәм туҡталыштарында 951 видеокүҙәтеү камераһы ҡуясаҡ. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге Өфө урамдарында һәм туҡталыштарында 951 видеокүҙәтеү камераһы ҡуясаҡ. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Был ҡоролмаларҙың ҡайһы берҙәренең йөҙҙәрҙе таныу функцияһы бар. Контракттың суммаһы – 134 миллион һум. Уның шарттары буйынса, махсус аппаратура баш ҡаланың тарихи үҙәгендә (Ленин һәм Революция урамдары), шулай уҡ Инорс биҫтәһендә 2019 йылдың аҙағынаса ҡуйыласаҡ.

“Камераларҙа яҙылғандар Республика мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгендә һаҡланасаҡ. Бер нисә туҡталышта “хәүеф төймәләре” ҡуйыу планлаштырыла”, – тиҙәр ойошмала.

Башҡортостандың мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге тендерҙа берҙән-бер ҡатнашыусы булған, контракт шарттарын 0,5 процентҡа осһоҙораҡҡа үтәргә тәҡдим иткән.

Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары ҡурҡынысын кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: